Использование проектной технологии на уроках башкирского языка и литературы

Автор: Гайсарова Рашида Факиловна

Организация: МОБУ ООШ

Населенный пункт: Республика Башкортостан, д. Кысынды

Хәҙерге уҡыу-уҡытыу процесында заман талаптарына яуап биргән яңы алымдар, технологиялар ҡулланыу мөһим. Һуңғы йылдарҙа бик күп яңы педагогик  технологиялар тәҡдим ителде. Яңы технологияларҙы уҡытыу процесында файҙаланыу – белем биреү сифатын күтәреүҙә бик нәтижәле сара ул. Сөнки улар уҡыуға ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра, уҡыу материалын тәрәнерәк үҙләштереү теләге булдыра, уҡыусыларҙың ижади һәләтен үҫтереү мөмкинлеген бирә.

 Ошондай яңы алымдарҙың береһе – проект технологияһы.

    Проект эше – ул ниндәйҙер идея, фекер өҫтөндә, ентекле планлаштырып, эҙмә-эҙлекле эшләү һәм эш аҙағында күҙгә күренерлек матур биҙәлешле, тотоп ҡарарлыҡ һөҙөмтә сығарыу, уны ҡулланыу. Ул эште алдан планлаштырыуҙы, эҙмә-эҙлекле этаптар буйынса ойоштороуҙы һәм ҡатмарлаша барған практик эштәрҙе башҡарып, балаларҙа үҙ аллы эшләү күнекмәләрен үҫтереүҙе һәм  төрлө күҙәтеү алымдарын ҡулланыуын күҙ уңында тота. Шулай  уҡ уҡыусыларҙың төрлө проект эштәрҙе башҡарғанда логик фекерләү, танып белеү һәләттәре, һөйләү һәм яҙма телмәрҙәре үҫешә.

        Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә проект технологияһының әһәмиәте бик ҙур:

-телде өйрәнеүгә теләк уята;

-ижади эшләргә, төрлө сығанаҡтарҙы ҡулланып, үҙ аллы мәғлүмәт табырға өйрәтә;

-уҡытыусы контролер ролен түгел, ә консультант ролен үтәй;

-бөтә уҡыу процесы уҡыусыға йүнәлтелә, уның ҡыҙыҡһыныуы, тормош тәжрибәһе һәм шәхси һәләттәре иҫәпкә алына;

-уҡыусыла конкрет проект буйынса конкрет эшкә индивидуаль һәм коллектив яуаплылыҡ уята;

- бергәләп эшләү уҡыусыға башланған эште аҙағына тиклем еткерергә, эш һөҙөмтәһен документаль күрһәтергә өйрәтә.

   Икенсе яҡтан, ул  материалдың бөтә үҙенсәлектәрен бергә йыя һәм бер урынға туплай, өйрәнеү ваҡытын экономияларға ярҙам итә, практик эштәргә ваҡыт күп ҡала. Шулай уҡ уҡыусыға тикшеренеү, үҙ аллы белем алыуҙа таяныс булып тора.

Маҡсаты:

проект эше  уҡыусының фекерләү, ижади эшләү һәләтен үҫтереү, коммуникатив, интеллектуаль үҫешен тәьмин итеү, уларҙа әҙәп-әхлаҡ, толерантлыҡ тәрбиәләү, башҡорт теле дәрестәренә ҡыҙыҡһыныуҙы арттыра.

       Проект технологияһын төрлө маҡсаттарҙа, төрлө дәрестәрҙә ҡулланырға мөмкин. Әммә был тик ошо метод менән генә уҡытыу тигәнде аңлатмай, уны уҡытыусы үҙенә кәрәкле тип һанаған осраҡта ҡуллана ала. Проект методы уҡыусының  ижади мөмкинлектәрен үҫтереүгә булышлыҡ итә, уҡыусылар фәнни-тикшереү эшенә йәлеп ителә. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә проект технологияһы эш барышында уҡыусының кәйефенә тәьҫир итергә һәм теманы өйрәнергә теләк уятырға тейеш. Шулай уҡ дәрестә уҡыусы билдәле бер тема өҫтөндә эшләргә, төрлө сығанаҡтарҙы ҡуллана белергә, үҙ аллы мәғлүмәт табырға өйрәнә.

     Билдәле булыуынса, 5, 6 кластарҙа әҙәбиәт дәрестәрендә темалар бүлектәргә бүлеп бирелә.  Һәр бүлекте бөткәндән һуң, йомғаҡлау дәресе үткәрелә. Ошо йомғаҡлау дәрестәрен мин ғәҙәти түгел, ә проект технологияһына ярашлы үткәрәм. Хәҙер бер бүлек буйынса башҡарылған проект эше менән таныштырам.

    Әсәйҙәргә арналған “Изгеләрҙән-изге әсәләр” бүлеген тамамлағандан һуң, проект технологияһына ярашлы, ошондай эштәр эшләтәм. Иң тәүҙә уҡыусылырҙы төркөмдәргә бүләм. Һәр төркөмгә  эштәр бирелә.

1 төркөм “әсәй” һүҙенә ассоциатив эксперимент үткәреүҙән  башлай. Артабан һүҙлектәр менән   эш  итә.   Биш   һүҙлектән- “Башҡорт теленең мифологик һүҙлеге”, “Аңлатмалы һүҙлек”, “Антонимдар һүҙлеге”, “Синонимдар һүҙлеге”, “Башҡортса-русса һүҙлек”тәрҙән был һүҙҙең   мәғәнәләрен   яҙып   ала. Мәҫәлән: Ассоциатив эксперимент. Һеҙҙә “әсә” һүҙе ниндәй ассоциация тыуҙыра?

Предмет һүҙҙәр: Ҡояш,Өй, Икмәк, Тыуған ауыл.

Хәрәкәт-һүҙҙәр: көлә, бешерә, йыуа, оҙата, ярата, йылмая, уйнай, ҡайғырта.

Билдә-һүҙҙәр: йылы, йомшаҡ, матур, яғымлы, ҡәҙерле, һөйкөмлө. мөләйем, наҙлы, сибәр,ҡайғыртыусан, уңған, көләс.

Синонимдар: Әсә,әсәй, әнкәй, инәй, әней.

Антонимдар: атай,үгәй әсәй булырға мөмкин.

2 төркөм   әҙәби   әҫәрҙәр һәм йырҙар   менән эшләй.

3  төркөм “әсә” һүҙен башҡорт   халыҡ   ижадынан  ( мәҡәлдәрҙән,   йомаҡтарҙан, бәйеттәрҙән,   әкиәттәрҙән) эҙләй. Был һүҙ менән барлығы 40-тан артыҡ мәҡәл-әйтемдәр йыйыла.(8 слайд)  

   Әсәләрҙе рәссамдар, скульпторҙар  ҙа данлай. 4 төркөмгә сәнғәт өлкәһендә эшләргә тәҡдим ителә. Был эш төрө предмет-ара бәйләнеште булдыра.

5 төркөмгә әсәләрҙең балалары менән төшкән фотоһүрәттәрен  килтерергә  ҡушыла. Фотоларҙан бәләкәй видеофильмдар эшләү төркөмдөң йомғаҡлау эше булып тора.

       Барлыҡ был эштәр башҡарылғандан һуң,  дөйөмләштерелә һәм үҙенә күрә бер эҙләнеү  эше барлыҡҡа килә. Ул эштәр менән уҡыусылар район кимәлендә үткәрелгән конференцияларҙа уңышлы сығыш яһайҙар.

      Яңыраҡ бындай эштәрҙе китапсыҡ итеп сығарыу идеяһы тыуҙы. Уны уҡыусылар үҙ ҡулдары менән башҡарҙылар.  Биҙәлешен дә  улар  эшләне. Һөҙөмтәлә проекттың  йомғаҡлау этабында - бына ошондай матур китапсыҡтар килеп сыҡты.

      Был китапсыҡтарҙың файҙаһы тағы ла шунда: билдәле бер тема буйынса бөтә материал бергә тупланғанлыҡтан, ул дәрестә ҡулланыу өсөн уңайлы методик ҡулланма ла булып тора. Шулай уҡ кластан тыш саралар уҙғарғанда ла был проект эштәренең әһәмиәте әйтеп бөткөһөҙ.

     Шулай итеп, киләсәк быуынды шәхес булараҡ формалаштырыуҙа проектлау технологияһын ҡулланыу иң уңышлыларҙың береһе тип әйтергә була. Уҡыусыларҙың фекерләү һәләттәре арта, уларҙың әҙәбиәт, тарих, матбуғат, сәнғәт, дизайн һәм башҡа өлкәлә белемдәре байый һәм киңәйә.     

     Билдәле педагог Л. В. Занков: “Һәр яҡлы үҫешкә, рухи байлыҡҡа көсләп өлгәштереп булмай. Кеше үҙе ынтылырға тейеш”, - ти. Ҡыҙыҡһынған бала ғына белем, яңылыҡ эҙләй. Уҡыусыларыбыҙ дәрескә теләк менән килһен өсөн, уларҙа сәм, ҡәнәғәтләнеү, һоҡланыу тойғолары уятырлыҡ дәрестәр үткәреү мөһим.

     Минең эшемдең һөҙөмтәләре дәрестәрҙе  ойошторғанда уҡытыусыларға методик ярҙам күрһәтер, тип  ышанам.

Опубликовано: 18.05.2024